10 декабрь, Шәмбе

21 февраль 2012 йыл, 14:27

Төбәктә «БашКорея» дуҫлыҡ йәмғиәте булдырылды

автор: Людмила Терновая

Өфөлә «БашКорея» Башҡортостан-Корея дуҫлығы йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының учредителдәр йыйылышы үтте. Шулай итеп, ун йылдан ашыу элек булдырылған бәйләнештәргә яңы статус бирелде.

Учредителдәр йыйылышында ике йыл элек булдырылған «Башҡортостан-Корея дуҫлығы йәмғиәте» башлығы етәкселегендә Корея Республикаһының делегацияһы булды. Башҡортостан исеменән осрашыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мөлөков етәкселегендәге ҙур делегация сығыш яһаны.

Марат Мөлөков сәләмләү һүҙендә Башҡортостан менән Корея Республикаһы араһында уртаҡ мәнфәғәттәрҙең күп булыуын билдәләне.

— Үҙ-ара килешеп эш итеүҙең миҫалы итеп энергияны һөҙөмтәле ҡулланыу технологиялары буйынса уртаҡ проекттың тормошҡа ашырылыуын килтерергә була. Уның сиктәрендә беҙҙең республикала яҡтылыҡ-диодлы лампалар етештереү ойошторола, — тине Марат Мөлөков. – Шулай уҡ мәғариф һәм ҡунаҡхана бизнесы өлкәләрендә лә бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге бар, тип уйлайым.

Кореянан килгән ҡунаҡтар был фекер менән килеште. Ли әфәнде Корея Республикаһы өсөн Башҡортостандың тәбиғәт потенциалы ҡыҙыҡ булыуын билдәләне.

— Башҡортостан – яҡшы тәбиғәт ресурстарына, ә Корея иҡтисади мөмкинлектәргә эйә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Үҙ-ара килешеп эш итеү ике яҡ өсөн дә файҙалы булмаҡсы. Үткән йылдарҙа хеҙмәттәшлек итеү юғары һөҙөмтәләр күрһәтте, шуға күрә килешеп эш итеүҙең Дуҫлыҡ йәмғиәте ярҙамында булдырылған яңы кимәленә күсеү мөмкинлектәргә бай күренә. Башҡортостан етәкселеге беҙҙең башланғыстарҙы хуплай. Алдағы яҙҙа республиканың рәсми делегацияһының Кореяға яуап визит менән килеүе көтөлә.

«БашКорея» дуҫлыҡ йәмғиәте» президенты итеп – БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, вице-президенты итеп Ли Дон Вук һайланды.

Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов Дуҫлыҡ йәмғиәтенең мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәләрендә бәйләнеш булдырыу маҡсатында ойошторолоуын билдәләне.

— Корея Республикаһы менән Башҡортостан вуздары араһында студенттар менән алмашыу, шулай уҡ уҡытыусыларҙың үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу буйынса килешеүҙәр беҙҙә төҙөлдө лә инде, — тине ғалим. – Бәйләнештәр күптән булдырылһа ла, бөгөн уларға яңы статус биреү зарур.