Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

«Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» акцияһы сиктәрендә Өфө уҡыусылары 280 ағасты һаҡлап ҡалды

Йәмғиәт

«Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» акцияһының сираттағы этабы барышында Өфөнөң Совет районы мәктәп уҡыусылары 14 тоннаға яҡын макулатура йыйҙы. Йыл һайын бындай экоакция ойоштороусы «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инжерен-экологы Альбина Шәмсетдинова «Башинформ» агентлығына һөйләүенсә, «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» акцияһының сираттағы этабы ҡалала 12 мартта старт аласаҡ. Унда иһә Киров районының мәктәп уҡыусылары ҡатнашасаҡ. Бынан һуң макулатура йыйыу буйынса аҙаҡҡы эстафетаны Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондары ҡабул итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияның беренсе этабы Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән йылдың ноябрендә башланғайны. Был ваҡыт эсендә ҡаланың төрлө райондарынан мәктәп уҡыусылары 56 тоннанан ашыу макулатура йыйҙы. Ә сеймал артынан мәктәптәргә предприятиеның махсус автомобиле – экомобиль килеүе матур йолаға әүерелде.

— Балаларға макулатураны файҙалы ҡулланыу һәм эшкәртеү кәрәклеген күрһәтеү беҙҙең төп маҡсат булып тора. Билдәле булыуынса, бер тонна ҡағыҙ дүрт кубометрға яҡын ағасты һаҡлай, ә был биш ҙур ағас тигән һуҙ. Тимәк, бөгөнгө көнгә Өфө уҡыусылары дөйөм алғанда 280-дән ашыу ағасты ҡотҡарҙы, — тине Альбина Шәмсетдинова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть