Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың 42 һайлау участкаһында веб-камералар булмаясаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда булдырылған 3509 участканың ҡырҡ икәүһендә веб-камералар булмаясаҡ. Был хаҡта техник видеокүҙәтеү саралары эше менән таныштырыу барышында Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев хәбәр итте.

— Башҡортостанда 3509 һайлау участкаһы булдырылды, — тине ул. – Тауыш биреү урындарын веб-камералар менән йыһазландырыу алдағы һайлауҙарҙа ҡулланыласаҡ яңы бер сара булып тора. Видеокүҙәтеү саралары тик 3467 участкала урынлаштырыласаҡ. 42 участкала улар булмаясаҡ.

Билдәләп үтәйек, Башҡортостан – видеокүҙәтеү системаларын урынлаштырыү буйынса Рәсәйҙә Президент һайлауҙарына әҙерлек эштәрен беренсе булып тамамлаған төбәк. Һайлауҙар барышын тапшырыу өсөн барлыҡ тиерлек элемтә каналдары әҙер.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть