9 декабрь, Йома

21 февраль 2012 йыл, 10:59

Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумы үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөтә Рәсәй аграр форумы Өфөлә 27-28 февралдә үтәсәк, тип хәбәр итте яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү буйынса штаб ултырышында Башҡортостандың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин.

Форумдың пленар ултырышында һәм секцияларында аграр тематикаға бәйле барлыҡ мәсьәләләр ҙә тикшереләсәк. Был, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүен иҫәптә тотоп, илдең агросәнәғәт комплексын артабан үҫтереү юлдары, ауыл хужалығы производствоһының ҡайһы бер тармаҡтарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары, ауылды социаль йәһәттән үҫтереү һәм урындағы үҙидаралыҡ проблемалары.

Көн элгәре Виктор Зубков Рәсәй аграр хәрәкәте Үҙәк советының Бөтә Рәсәй аграр форумына әҙерлек буйынса президиумын үткәрҙе.