Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнәсәк

Йәмғиәт

21 февралдә бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләй. Ул 1999 йылда ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән булдырылды һәм йыл һайын билдәләнә.

Өфөлә был көнгә ҡарата башҡорт ғалим-төркиәтсеһе, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Кейекбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған туған телдәр фестивале ойоштороласаҡ. Сара шишәмбе, 21 февралдә, Өфөнөң 39-сы гимназияһында үтәсәк.

ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре һәм ЮНЕСКО проекттарында һәм программаларында эшләүсе мәктәптәр ҡатнашасаҡ.

— Сарала рус, башҡорт, татар, әзербайжан, әрмән, белорус, вьетнам, испан, мари, немец, поляк, фарсы, тажик, сыуаш һәм башҡа телдәр тәҡдим ителәсәк, — тип аныҡлыҡ индерҙе ойоштороусылар.

Фестиваль ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты ҡарамағында һәм БР Мәғариф министрлығы ярҙамында үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть