10 декабрь, Шәмбе

20 февраль 2012 йыл, 15:44

Өфөлә социаль найм буйынса торлаҡ төҙөлә башлаясаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә социаль найм буйынса торлаҡ төҙөлә башлаясаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Вся Уфа» телеканалында «тура бәйләнеш» барышында хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, муниципаль йәки республика бюджеттары иҫәбенә бюджет өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн социаль торлаҡ төҙөләсәк. Файҙаланыуға ул бушлай тапшырыласаҡ. Кеше билдәле бер өлкәлә, мәҫәлән, мәғариф йәки һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, эшләгән осорҙа фатир уныҡы тип иҫәпләнәсәк.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бындай фатир биреү тәжрибәһе Мәскәүҙә киң таралған, һәм һуңғы ваҡытта ул бөтә ил кимәленә лә сыға башланы.