5 декабрь, Дүшәмбе

20 февраль 2012 йыл, 15:14

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау ойошмалары ассамблеяһы булдырыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Һаулыҡ һаҡлау ойошмалары ассамблеяһының тәүге ултырышы йома, 24 февралдә, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үтәсәк.

Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире, БР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, профессор Шамил Ганцев билдәләүенсә, яңы йәмәғәт ойошмаһы профессиональ берләшмәнең мәнфәғәттәрен яҡлау, һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы закондарҙы тикшереүҙә әүҙем ҡатнашыу, тармаҡ эшмәкәрлеге сифатын һәм табиптарҙың эшләү шарттарын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр булдырыу маҡсатында ойошторолған.

— Табиптар сәйәсәттән ситтә ҡалырға тейеш түгел, улар лидерҙарын үҙҙәре билдәләргә тейеш. Медицина берләшмәһенең дәүләт яҙмышын билдәләүсе кешеләр иҫәбендә булыуын теләр инем, — тип иҫәпләй Шамил Ганцев. – Бынан тыш, ыңғай процестарға тәьҫир итеү, төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү сәйәсәтен билдәләү өсөн йәмәғәт ойошмаларының фекерен ишетеү зарур, был бик мөһим.

Әлеге сараны ойоштороусы БР Медицина лигаһы бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итә алырлыҡ ижтимағи-сәйәси инструмент булараҡ ойошторолдо: 2011 йылдан Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе етди үҙгәрештәргә иҫәп тота. Бындай үҙгәрештәргә медицина һәм фармацевтика берләшмәһенең, дәүләт институттары һәм эшлекле даирәнең берлектәге тырышлыҡтарынан тыш өлгәшеп булмай. Бөгөн системалы процестарға йоғонто яһау, төҙәтмәләр индереү, Рәсәйҙең юғары һөҙөмтәле ышаныслы һәм абруйлы һаулыҡ һаҡлау системаһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнашыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

БР Медицина лигаһы маҡсаттарына төбәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә үткәрелгән ҙур саралар ярҙамында ирешмәксе. Был саралар араһында – съездар, форумдар, конгрестар, конференциялар; һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә закондар сығарыу инициативаһы; закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарына үҙ кандидаттарын тәҡдим итеү.

Ассамблея сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау индустрияһы. Киләсәккә ҡараш» күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.