Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала дарыу үләндәре нигеҙендә фармацевтика сәнәғәте үҫтереләсәк

Иҡтисад

Башҡортостанда дарыу үләндәре нигеҙендә фармацевтика сәнәғәте үҫтереләсәк. Был хаҡта, матбуғат ветераны, «Вечерняя Уфа» гәзитенең элекке мөхәррире Йәүҙәт Хөсәйеновтың һорауына яуап биреп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Вся Уфа» телеканалында «тура бәйләнеш» барышында хәбәр итте.

Президент фекеренсә, республикала бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Башҡортостанда кеше аяғы баҫмаған тәбиғәт майҙандары етерлек, һәм унда экологик таҙа үләндәр үҫә. Бындай урындар республиканың көньяғында ла, төньяҡ һәм үҙәк райондарында ла бар. Әлеге ваҡытта төбәктә дарыу үләндәрен әҙерләү менән шөғөлләнгән предприятие эшләп килә. Әммә ул берәү генә, һәм күләмдәре ҙур түгел. Шуға күрә был өлкәне үҫтереү зарур, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. Ул шулай уҡ дарыу үләндәренең шифаһы уға бала саҡтан уҡ билдәле булыуы хаҡында әйтте. Уның ҡартәсәһе халыҡ араһында билдәле дауалаусы булған, кешеләрҙе төрлө үләндәр менән дауалаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть