7 декабрь, Шаршамбы

20 февраль 2012 йыл, 13:05

2012 йылдан Өфөлә күп балалы ғаиләләр бушлай ер участкалары аласаҡ

автор: Марина Шумилова

— Демография мәсьәләһе Башҡортостан Республикаһы өсөн үтә киҫкен тора, — тип белдерҙе төбәк Президенты Рөстәм Хәмитов «Вся Уфа» телеканалында «тура бәйләнеш» барышында. – Балалар ни тиклем күберәк тыуған һайын, беҙҙең өсөн был яҡшыраҡ буласаҡ.

Республикала өс йәки дүрт бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн күп льготалар ҡаралған, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, әммә түләнгән пособиеларҙың ҙур булмауы тураһында ла әйтте.

— Әгәр республикаға федераль власть ярҙам итһә, әйтәйек, Владимир Путин әйткән ете мең һум аҡсаның өс-дүрт меңе өҫтәмә рәүештә беҙгә түләнеп торһа, өс-өс мең ярым һум аҡсаны беҙ үҙебеҙ түләй алыр инек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай ер участкалары бүленәсәк. Был программаны үткән йылда тормошҡа ашыра башланыҡ. Республика буйынса 320 ер участкаһы бүленде лә инде.

Өфөлә ер участкаларын бүлеү әле башланманы, тип белдерҙе республика башлығы.

— Әммә 2012 йылдан Өфөлә кешеләр бушлай ер ала башлаясаҡ, — тине республика Президенты. – Ул ерҙе һатыу мөмкинлеге лә буласаҡ, был йәһәттән сикләүҙәр булмаясаҡ.