Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Затон биҫтәһенә илтәсәк яңы күпер төҙөү һигеҙ миллиард һумға төшәсәк

Иҡтисад

Ағиҙел йылғаһы аша Затон биҫтәһенә илтәсәк яңы күпер төҙөү яҡынса һигеҙ миллиард һумға төшәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Вся Уфа» телеканалында «тура бәйләнеш» барышында хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, ғәмәлдәге күпергә параллель рәүештә һалынасаҡ яңы күперҙе проектлау тамамланған. Төҙөлөш быйыл башланасаҡ. Күперҙе өс-дүрт йыл эсендә төҙөп бөтөү планлаштырыла.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ҡаланың бер нисә биҫтәһендә, шул иҫәптән Затонда, автобустар йөрөүенә бәйле проблемаларҙың булыуы хаҡында белдерҙе. Башҡортостан Президенты «Башавтотранс» етәкселегенә автобустарҙың даими рәүештә, өҙөклөкһөҙ йөрөп торорға тейешлеге хаҡында белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть