10 декабрь, Шәмбе

20 февраль 2012 йыл, 11:26

Республика Президенты Октябрьский ҡалаһында булды

автор: "Башинформ"

17 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Октябрьский ҡалаһында булды.

Төбәк башлығы 1-се ҡала дауаханаһының яңы сафҡа индерелгән өс ҡатлы хирургия корпусын ҡараны. Ул 2008 йылда төҙөлә башлаған. Төҙөү-монтажлау эштәренә республика һәм муниципаль бюджеттарҙан 150 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Бынан тыш, корпусты медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға республика бюджетынан 40 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Республика Президенты яңыртылған хирургия бүлексәһендә заманса ҡорамал менән йыһазландырылған бүлмәләрҙе ҡараны. Аппарат бүлмәһендә Рөстәм Хәмитовҡа Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре менән видеоконференция үткәреү мөмкинлеген күрһәттеләр. Бынан һуң республика башлығы дауахана табиптары менән осрашыу үткәрҙе.

— Заманса йыһазландырылған бындай дауахана Октябрьский ҡалаһы халҡының тормошон еңеләйтәсәк, әлбиттә. Уларға беренсел медицина ярҙамы ғына түгел, юғары технологиялы ярҙам да күрһәтеләсәк, — тине республика башлығы. – Бының өсөн Рәсәй Федерацияһында һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу ойошторола ла инде.

Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә Яр Саллыла үткәрелгән Хөкүмәт рәйесе Владимир Путин ҡатнашлығындағы Волга буйы федераль округының төбәк башлыҡтары селекторы хаҡында иҫкә төшөрҙө.

— Яңыртыу сиктәрендә ике йыл эсендә Башҡортостан Республикаһының медицина һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 15 миллиард һумдан ашыу аҡса һалына, — тине Президент. – Бындай ҙур аҡсалар, әлбиттә, һөҙөмтә бирә, заманса медицина учреждениелары булдырыла. Рәсәйҙә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелмәһә, халыҡ һаны артмаясаҡ. Владимир Владимирович ошо хаҡта ла һөйләне. Бер ниндәй ҙә саралар күрелмәһә, 2050 йылға илдә ни бары 100 миллион самаһы кеше ҡаласаҡ.

— Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын арттырыу зарур, — тине Президент. – Республикала медицинаны үҫтереү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Медицина өлкәһендәге яңыртыу процестары йәһәтенән беҙҙең төбәк ил буйынса уртансы урындарҙы биләй. Барыһы ла 2012 йыл аҙағына ниндәй һөҙөмтә менән сығыуыбыҙҙан тора. 100 проценттан да кәм булған һөҙөмтәләр беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Бөтә йүнәлештәр буйынса ла ресурстарҙы йөҙ процент үҙләштереү зарур.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов «Өйәҙе-Тау» тау саңғыһы комплексы эшмәкәрлеге менән танышты. Бында тау саңғысылары өсөн алты трасса эшләй. Комплекс нигеҙендә республиканың Үҙәк тау саңғыһы спорты һәм сноуборд клубының Октябрьский филиалы эшләп килә. Унда 7-15 йәштәрҙәге 60-тан ашыу бала шөғөлләнә. 26 февралдән 5 мартҡа тиклем бында тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса II бөтә Рәсәй универсиадаһын үткәреү планлаштырыла.

Республика Президенты шулай уҡ 200 урынлыҡ ҡунаҡхананы, тау саңғыһы трассаларын һәм ғаилә менән ял итеү өсөн ағас йорттарҙы ҡарап сыҡты.