Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡы менән «тура бәйләнеш» үткәрҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Вся Уфа» телеканалында тура эфирҙа республика халҡы менән «тура бәйләнеш» үткәрҙе. Ике сәғәт дауамында ул 40-ҡа яҡын һорауға яуап бирҙе.

Төбәк башлығы Башҡортостандың ҡала һәм райондарында социаль һәм эконом-класлы торлаҡ төҙөүҙе үҫтереү мөмкинлектәре, банкротлыҡ сигендәге предприятиеларға ярҙам күрһәтеү һәм дарыу үләндәре нигеҙендә төбәктә фармацевтика сәнәғәтен үҫтереү перспективалары хаҡында ентекле һөйләне.

Күп һорауҙар Өфөнө үҫтереү мөмкинлектәренә һәм ҡала Советына һайлауҙарға бәйле булды. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, ул «беҙҙең ҡала командаһы» лозунгыһы аҫтында үҙен тәҡдим итеүсе һәр кандидатты яҡлаясаҡ. Ул шулай уҡ Өфөлә быйыл Ағиҙел йылғаһы аша Затон биҫтәһенә илтеүсе күпер төҙөлә башлаясағы һәм Башҡортостанда бюджет өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн социаль найм буйынса торлаҡ төҙөү планлаштырылыуы тураһында хәбәр итте.

Интернет һәм телефон аша Рөстәм Хәмитовҡа йәмғеһе 1200-ҙән ашыу һорау бирелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть