4 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2012 йыл, 18:00

Өфөлә күсемһеҙ милеккә хаҡтар артыуын дауам итә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Былтыр Өфөлә күсемһеҙ милеккә хаҡтар 6,1 процентҡа күтәрелгән. Йыл аҙағында Башҡортостандың баш ҡалаһында бер квадрат метрҙың хаҡы 48 мең һум тәшкил иткән. «ГдеЭтотДом.ру» аналитик үҙәге ошондай мәғлүмәт бирә. Ил буйынса дөйөм алғанда фатирҙарға 2,5 процентҡа хаҡ артҡан.  

2011 йылда Рәсәйҙә торлаҡҡа хаҡтар күтәрелеүенең төп сәбәбен ипотека кредитлауы баҙарының көрсөккә хәтле булған кимәлгә күтәрелеүе һәм ил өсөн уңайлы макроиҡтисади конъюнктура фонында ҡулланыусыларҙың ышанысы артыуы менән аңлаталар. Төҙөлөш тармағында дауам иткән көрсөк тә ҙур роль уйнаған, уның әлеге торошо совет заманындағы төҙөлөш күләмдәренә түгел, көрсөккә тиклем булған күрһәткестәргә сығырға ла мөмкинлек бирмәй.

Аналитиктар билдәләүенсә, Рәсәйҙең торлаҡ баҙары 2000-се йылдарҙағы аномаль хәлдән сыҡҡан: әлеге хаҡтар үҙгәреше тотороҡло торлаҡ баҙарына хас. Хаҡтарҙың күтәрелеүгә йәки кәмеүгә табан 10 проценттан да күберәккә үҙгәреүе мөмкин булған ситуацияның донъя иҡтисады сценарийы айырыуса негатив үҫешкәндә генә булыуы ихтимал.  

Йыл йомғаҡтары буйынса иң ҡыйбат торлаҡ, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Мәскәү өлкәһе һәм Сочинан тыш, әүәлгесә Екатеринбургта, Хабаровскиҙа һәм Краснодарҙа — квадрат метры 50 мең һумдан ҡыйбатыраҡ. Иң арзан квадрат метрҙар —  Пензала, Ивановола, Брянскиҙа, Курскиҙа һәм Ульяновскиҙа —«квадратына» 34 мең һумдан арзаныраҡ.

Әйткәндәй, Өфөләге күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһе биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостандың баш ҡалаһында квадрат метрҙың хаҡы 10 февралдә  51,3 мең һумға еткән.