6 декабрь, Шишәмбе

17 февраль 2012 йыл, 17:40

Республика Хәрби Дан музейында йәштәр һуғыш геройҙары менән осрашасаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

21 февралдә Республика Хәрби Дан музейында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Быуындар бәйләнеше» осрашыуы үтәсәк. Сара үҫеп килеүсе быуында ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү, уларҙы Башҡортостанда әле йәшәүсе геройҙар менән таныштырыу, йәштәрҙә тарихи үҙаң формалаштырыу маҡсатында ойошторола.

Ҡунаҡтар араһында – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Ҡыҙыл Йондоҙ», I дәрәжә «Ватан һуғышы» ордендары кавалеры Зинаида Шипанова; Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Федераль именлек хеҙмәте пограничник-полковнигы Зигфрид Әхмәтйәновтың тол ҡатыны Ольга Әхмәтйәнова; Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, разведчик, III дәрәжә Дан һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры Мәхмүт Булатов; Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветераны, Орджоникидзе районының Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары, I-II дәрәжә Ватан һуғышы орденын һәм 5 хәрби миҙал алыусы Илгизәр Хәйров; Федераль именлек хеҙмәте музейының директор урынбаҫары Иван Каранцев. Улар менән Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы һәм 157-се мәктәп уҡыусылары осрашасаҡ.

Программала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының сығыштарын тыңлау, «Һуғыш һәм фән» документаль фильмын ҡарау, Федераль именлек хеҙмәте пограничник-полковнигы Зигфрид Әхмәтйәновҡа бағышланған күргәҙмә асыу планлаштырыла.

Башлана – 14 сәғәттә.