Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Гөлүс Әғзәмов иҫтәлегенә милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса фестиваль үтәсәк

Йәмғиәт

18 һәм 19 февралдә Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә Башҡортостанды атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре Гөлүс Әғзәмов иҫтәлегенә үҫмерҙәр араһында XI Республика милли һәм халыҡ спорт төрҙәре фестиваленең финал ярыштары үтәсәк.

Фестиваль программаһында — көрәш, армспорт һәм гер күтәреү спорты.

Көрәш 50, 55, 60, 65, 70 килограмға тиклем һәм 70 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында төшөп ҡала барыу тәртибендә олимпия системаһы буйынса шәхси-команда иҫәбендә үткәрелә.  

Армспорт буйынса турнир 50, 55, 60, 65 килограмға тиклем һәм 65 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында үтәсәк.

Гер спорты буйынса ярыштарҙа 58, 63, 68, 73 килограмға тиклем һәм 73 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһындағы спортсылар ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть