Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә йәнә ябай кешеләрҙең проблемалары тикшерелде

Йәмғиәт

Торлаҡ мәсьәләһе әлегәсә республика халҡы өсөн төп проблемаларҙың береһе булып ҡала. Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә сираттағы граждандар ҡабул итеүҙә тап ошо мәсьәләләр тикшерелде.

Хакимиәттең Контроль-аналитика идаралығы начальнигы Сергей Путенихин менән осрашыуға йәш ғаиләләр ҙә, пенсионерҙар ҙа яҙылғайны. Уларҙы бер мәсьәлә борсой – йәшәргә урындары юҡ.

Сергей Путенихин республикала йәшәүсе йәмғеһе ете кешене ҡабул итте. Уларҙың һәр береһенә Адвокаттар коллегияһының ирекле юристары тарафынан кәрәкле аңлатмалар бирелде. Бындай юристар граждандар ҡабул итеүҙә һәр ваҡыт ҡатнаша. Һәр айырым осраҡ буйынса тейешле саралар күреләсәк. Тик кешеләр власть вәкилдәренән проблеманы хәл итеүҙәрен генә көтмәй, нисәмә йылдар дауамында ыҙа сиккән кешеләр үҙҙәрен ишетеүҙәрен, аңлауҙарын да теләй. Йыш ҡына урындағы чиновниктар тарафынан халыҡҡа ҡарата бындай иғтибар күрһәтелмәй. Ә кешеләргә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә ниндәй юлдар эҙләргә кәрәклеге хаҡында, тәү сиратта, тап урындағы чиновниктар аңлатырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть