4 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2012 йыл, 17:14

Республика делегацияһы VIII «Дәүләт заказы-2012» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселегендәге республика делегацияһы Мәскәүҙә үткән VIII «Дәүләт заказы-2012» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһендә ҡатнаша.

«Дәүләт заказы» — дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн һатып алыуҙар мәсьәләһе буйынса йыл һайын үткәрелеүсе конгресс-күргәҙмә сараһы.  Ул «Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән үткәрелә. Бөтә Рәсәй форумы РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡатнашлығында, Рәсәй Хөкүмәте, Мәскәү Хөкүмәте, БДБ-ның башҡарма комитеты, «Рәсәй терәге» ярҙамында, Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы патронажы аҫтында ойошторолған, тип хәбәр иттеләр БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.  

«Дәүләт заказы-2012» дәүләт һәм муниципаль заказдарҙы камиллаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса власть менән бизнестың диалогының төп майҙансығына әүерелгән.

Быйылғы сараның эш программаһы баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың яңыраҡ көсөнә ингән закондарҙы һәм көтөлгән үҙгәрештәрҙе тикшереүе арҡаһында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Миҫал өсөн, форум-күргәҙмәлә 223-ФЗ һанлы федераль законды ҡулланыу тикшерелә. Бынан тыш, дәүләт заказын һәм электрон формала сауҙалашыуҙы тәьмин итеүсе мәғлүмәт системаһын үҫтереү темаһы күтәрелгән, шулай уҡ Федераль контракт системаһы проекты тикшереүгә сығарылған.

Илшат Тажетдиновтан тыш, Башҡортостан делегацияһы составында БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Гагин, РБ Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков һәм уның урынбаҫары Валерий Исхаҡов та бар.