10 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2012 йыл, 16:09

Өфөлә «Перспектива-2011» инвестицион идеялар һәм проекттар конкурсы еңеүселәре тәбрикләнәсәк

автор: Любовь Колоколова

Өфө хакимиәтендә «Перспектива-2011» беренсе ҡала инвестицион идеялар һәм проекттар конкурсына йомғаҡ яһалды. Ҡала халҡының тормошон яҡшыртыуға һәм Өфөнө социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә йүнәлтелгән перспективалы инвестицион идеяларҙы һәм проекттарҙы асыҡлау бәйгенең төп маҡсаты булып торҙо.

Конкурс комиссияһына йәмғеһе 12 эш тәҡдим ителде, уларҙан алты идея һәм проект еңеүсе тип табылды.

Өфө хакимиәтенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста еңеүселәр тураһында мәғлүмәт рус һәм инглиз телдәрендә Өфө ҡалаһы ҡала округының инвестицион паспорты — «Инвестор атласы»на индереләсәк. Бәйгелә еңеүселәргә потенциаль инвесторҙар менән бәйләнеш булдырыуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк.

Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 21 февралдә 17.30 сәғәттә Өфө хакимиәтенең ултырыштар залында үтәсәк.