7 декабрь, Шаршамбы

17 февраль 2012 йыл, 15:38

Йән башына иҫәптә йәшәү минимумы төбәктә 5407 һум тәшил итә

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 13 февралдәге 41-се ҡарары менән республикала 2011 йылдың IV кварталында айына уртаса йән башына һәм халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре буйынса йәшәү минимумы дәүмәле билдәләнде.

Йән башына иҫәптә йәшәү минимумы күләме күрһәтелгән осорға – 5407 һум, эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 5781 һум, пенсионерҙарға – 4410 һум, балалар өсөн 5292 һум тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.