9 декабрь, Йома

17 февраль 2012 йыл, 15:13

Йыл эсендә сәнәғәт производствоһы индексы республикала 8 процентҡа артты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Сәнәғәт производствоһы индексы Башҡортостанда өс төп эшмәкәрлек төрө — «файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу», «эшкәртеү производстволары», «электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм уларҙы бүлеү» — буйынса 2012 йылдың ғинуары һөҙөмтәләре буйынса үткән йылдың ғинуарына ҡарата 108,0 процент тәшил итте. Республика статистары сәнәғәт үҫешен мөһим тауарҙар етештереү йылдамлығына нигеҙләнеп анализланы.

Дөйөм Рәсәй Федерацияһы буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 2011 йылдың ғинуарына 103,8 процент тәшкил итте. Төп эшмәкәрлек төрҙәре буйынса производство үҫеше Волга буйы федераль округы төбәктәре буйынса 91,8 проценттан алып (Мордовия), 115,2 процентҡа тиклем (Сыуашстан Республикаһы) тәшкил итә.