3 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2012 йыл, 13:05

Бәләбәйҙә Башҡортостан вуздары Ректорҙар советының күсмә ултырышы үтте

автор: Марина Шумилова

Бәләбәйҙә үткән Башҡортостан вуздары Ректорҙар советының күсмә ултырышы «Башҡортостан Республикаһында юғары белем биреү: традициялар, тәжрибә, инновациялар» темаһына бағышланды. Сарала М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин, Өфө дәүләт авиация техник университеты проректоры Николай Криони, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы Фәим Мөхәмәтшин, Башҡорт физик культура институты директоры Павел Горулев ҡатнашты.

Республика юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙың ата-әсәләре, урта мәктәптәрҙең сығарылыш класс уҡыусылары, урта махсус уҡыу йорттары студенттары, уҡытыусылар менән осрашыуҙа Башҡортосандың алдынғы вуз етәкселәре төбәктә юғары белем биреү системаһын үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.

Осрашыу аҙағында Владимир Путиндың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин сарала ҡатнашыусыларҙы мартта үтәсәк Президент һайлауҙарында ҡатнашырға саҡырҙы.