Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы эмблемаһына конкурс иғлан ителде

Йәмғиәт

Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылының эмблемаһын эшләүгә конкурс иғлан ителде. Ижади ярыштың ойоштороусыһы булып БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы сығыш яһай.

Башҡортостанда йәшәгән һәр кем эмблема проектын тәҡдим итә ала. Материалдар 2012 йылдың 25 февраленә тиклем БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында (Өфө, Киров урамы, 45, 413-сө кабинет) ҡабул ителә.  

Конкурс эштәрен баһалағанда һүрәттәрҙең ыҡсым һәм аңлайышлы булыуына һәм, әлбиттә, уларҙың йыл концепцияһына тура килеүенә өҫтөнлөк биреләсәк, тип билдәләй ойоштороусылар.

Эше Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылының эмблемаһы булараҡ раҫланған автор аҡсалата премия аласаҡ. Икенсе урынға лайыҡ булған автор — БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының маҡтау грамотаһы, ә өсөнсө урын алған кеше Рәхмәт хаты менән бүләкләнәсәк.

— Премияланған проекттар конкурсты ойоштороусыларҙың шәхси милке булып ҡала һәм үҙҙәре теләгәнсә файҙаланыла ала, — тип билдәләнеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

Конкурста ҡатнашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының www.pressarb.ru сайтынан алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть