11 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2012 йыл, 12:29

Владимир Путиндың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе граждандар менән осрашты

автор: Наил Мәһәҙиев

Владимир Путиндың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин граждандарҙы ҡабул итте. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге торлаҡ темаһына ҡағылды, был мәсьәлә әлегәсә Рәсәйҙә киҫкен проблемаларҙың береһе булып ҡала.

Раил Әсәҙуллин менән осрашыуға Шишмә районынан уның яҡташтары ла килде. Уларҙың һүҙҙәренсә, Алкин ауылында яңы биҫтәләрҙең береһе электр менән тәьмин ителмәгән. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе урында уҡ район хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов менән бәйләнешкә сыҡты. Район башлығы эш сәфәре менән Өфөлә булып сыҡты. Ул хәлде асыҡлау өсөн йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә килергә ризалығын белдерҙе һәм Раил Әсәҙуллин менән Шишмә районы халҡының Владимир Путиндың «Берҙәм Рәсәй» партияһына ебәрелгән йәнә бер нисә мөрәжәғәте буйынса һөйләшеү үткәрҙе.

— Бындай аралашыу кешеләргә яҡшы йәшәргә һәм эшләргә ҡамасаулаған проблемаларҙы тиҙерәк хәл итергә ярҙам итер, тип ышанам, — тине Раил Әсәҙуллин муниципалитет башлығы менән аралашыуҙан һуң.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә алданған өлөшсөләр ҙә килде. Улар бында беренсе тапҡыр мөрәжәғәт итмәй. Кешеләрҙең аҡсалары фатир вәғәҙә иткән төрлө кооперативтарҙа «батҡан». Раил Әсәҙуллин аҡсаларҙы кире ҡайтарыу буйынса билдәле саралар күрелеүе хаҡында әйтте. Бынан тыш, Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе «Берҙәм Рәсәй» партияһы Генераль советы Президиумының алданған өлөшсөләргә ярҙам итеү буйынса эш төркөмө етәксеһе Александр Хинштейнға күрелгән сараларға ярҙам итеү буйынса булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән.