10 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2012 йыл, 12:01

Өфөнөң йәмәғәт транспортында һалым буйынса мәғлүмәт алырға мөмкин

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Юлда — һалымдар тураһында: Өфөлә ҡала электротранспорты пассажирҙарын һалым грамотаһына өйрәтәләр. Баш ҡаланың Октябрь районы буйынса һалым инспекцияһы трамвай һәм троллейбустарҙа мәғлүмәт биреүсе материалдар урынлаштырыу инициативаһы менән мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында.

Муниципаль электротранспорт идаралығы менән килешеү буйынса 2012 йылдағы декларация кампанияһы һәм мөлкәткә һалым түләү сроктары, һалым хеҙмәтенең интернет-сайты һәм «Физик шәхестәр өсөн һалым түләүселәрҙең шәхси кабинеты» электрон сервисы тураһында мәғлүмәт бирелгән листовкалар йөҙ трамвай һәм троллейбуста урынлаштырылған.

Пассажирҙар был мәғлүмәттең уларға ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыуын билдәләй, тинеләр Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында. Бик күптәре «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты» сервисынан файҙаланырға теләк белдергән. «Башинформ» агентлығының әүәлерәк хәбәр итеүенсә, ошондай «виртуаль» кабинеты булған кешеләр һалым һалынған милке һәм һалым буйынса бурысы тураһында хәбәрҙар. Әйткәндәй, бурысты сайт аша ла ҡапларға мөмкин.