Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

18 һәм 19 февралдә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында – Асыҡ ишектәр көндәре

Йәмғиәт

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы Асык ишектәр көнөн үткәрә. Йыл һайын төбәктең министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, академия етәкселәре абитуриенттар, студенттар һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар менән осраша.

18 февралдә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы магистратураға инергә теләүселәр, шулай уҡ фән һәм мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн Асыҡ ишектәр көнөн үткәрә. Сара сиктәрендә пленар ултырыш, магистр программаларының презентацияһы, шулай уҡ тренингылар һәм семинарҙар үткәреләсәк.

19 февралдә бындай сараны академия дөйөм белем биреү мәктәбен, урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар өсөн үткәрәсәк. Уның сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ, абитуриенттар факультет декандары, республиканың билдәле бизнес-тренерҙары менән аралашасаҡ.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы менән берлектә «Һөнәрҙе уңышлы һайлау» темаһына бушлай профессиональ тест үткәрәсәк.

Асыҡ ишектәр көнө Өфө ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди урамы, 40 (420-се аудитория) адресы буйынса үтәсәк. Башлана – 11 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть