Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә йәштәр араһында экстремизмды иҫкәртеү буйынса иң яҡшы программа һайланасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башланғысы менән төбәктә I республика йәштәр араһында экстремизмды иҫкәртеү буйынса программалар конкурсы старт алды.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыусылар экстремизмды һәм терроризмды иҫкәртеү буйынса конкурс проекттарын һәм программалдарын ағымдағы йылдың 15 мартынан да ҡалмай ебәрергә тейеш. Шулай уҡ 2012 йылдың 1 октябренә тиклем уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса отчет ебәреү мотлаҡ.

Еңеүселәр киләһе номинациялар буйынса билдәләнәсәк: муниципаль район учреждениеһы; ҡала округы учреждениеһы; балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаһы һәм башҡалар.

Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләнәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 251-57-19.

Бәйге 2011-2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында экстремизмды һәм терроризмды иҫкәртеү республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә үткәрелә. Йәштәр араһында экстремизмды иҫкәртеү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, йәштәрҙә әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыу, үҫеп килеүсе быуында толерантлыҡ тәрбиәләү конкурстың төп маҡсаттары булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть