5 декабрь, Дүшәмбе

17 февраль 2012 йыл, 9:54

Башҡортостанда балалар лагерҙарына вожатыйҙар әҙерләү курстарына заявкалар ҡабул ителә

автор: Эльмира Сабирова

Е.Поспелова исемендәге «Перспектива» республика вожатыйҙар әҙерләү үҙәге БР Студенттар отрядтары штабы менән берлектә 6 мартҡа тиклем вожатыйҙар әҙерләү курстарына заявкалар ҡабул итә. Бында уҡып сыҡҡандар 2012 йылдың йәйенә республиканың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең балалар лагерҙарына һәм үҙәктәренә вожатый (тәрбиәсе), физкультура (йөҙөү) буйынса инструктор, түңәрәк етәксеһе, ди-джей булып эшкә урынлашыу мөмкинлегенә эйә була. Вожатыйҙарҙың яҡынса эш хаҡы – 6500-9000 һум.

Заявкалар Өфө ҡалаһы, Свердлов урамы, 55 (БДПУ-ның 3-сө дөйөм ятағы) адресы буйынса һәр дүшәмбе һәм шишәмбе көндәрендә 16-нан 20 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон — 89174043731 («Перспектива» республика вожатыйҙар әҙерләү үҙәге директоры Алексей Дуденко).

Әйткәндәй, былтыр был үҙәк йәйге сезонға яҡынса 240 вожатый әҙерләгәйне.

темалар: йәштәр,уҡытыу