Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Өфөлә тәүгә буласаҡ әсәләр форумы үтте

Йәмғиәт

16 февралдә Өфөлә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында буласаҡ әсәләр форумы үтте, уны БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторҙо.

Республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова «Башинформ» агентлығына бындай сараның тәүгә үткәрелеүе тураһында һөйләне. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә йыйып, уларҙың проблемаларын тикшереү форумдың төп маҡсаты булып торҙо, тип билдәләне ул.

«Нефтсе» мәҙәниәт һарайы фойеһында республика министрлыҡтары һәм ведомстволары белгестәре ҡатнашлығында консультациялар биреү майҙансығы ойошторолдо. Теләгән һәр кем тормошта осраған проблемалар буйынса бушлай консультация ала алды. Буласаҡ әсәләр өсөн махсус баҫма продукцияның презентацияһы үткәрелде. БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы форумға махсус брошюралар ҙа әҙерләгән, унда ғаиләгә, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ҡағылышлы төп хоҡуҡи акттар урын алған.

Ҡатындар алдында Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының төп акушер-гинекологы Александр Афанасьев сығыш яһаны.

— Беҙ ғаилә институты абруйын арттырырға тейешбеҙ, — тип иҫәпләй ул. – Баланың тормошта иң ҡәҙерлеһе булыуын барыһы ла аңлаһа, йәмғиәттәге күпселек проблемалар юҡҡа сығасаҡ.

Форум сиктәрендә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары концерт номерҙары менән сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть