Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Белорет ветерандарына торлаҡ сертификаттары тапшырылды

Йәмғиәт

Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов кесе йома көнө, «Ветерандар тураһында»ғы Федераль законға ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған Белоретта йәшәүсе алты кешегә торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тураһында сертификаттар тапшырҙы.

Көтөп алынған таныҡлыҡтарҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Сәғит Зәйнетдинов һәм Аграфена Анисимова, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындары Акулина Исаева, Сания Ҡорманаева, Рәйсә Шамшурина һәм Сара Яҡшыбаева алды.

Сертификаттарҙы тапшырып, Владислав Миронов ветерандарға һуғыш йылдарында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары, сабырлыҡтары, һуғыштан һуңғы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәтен белдерҙе, уларға ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм оҙон ғүмер теләне, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть