8 декабрь, Кесе йома

16 февраль 2012 йыл, 16:51

Башҡортостанда Рәсәй Президенты премияһын алыусылар тәбрикләнде

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Бөтә республиканан йәш ғалимдар, йырсылар, спортсылар һәм башҡа активистар кесе йома, 16 февралдә, Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президенты дипломдарын һәм премияларын тапшырыу тантанаһына йыйылды. Уларҙың барыһы ла «Һәләтле йәштәргә дәүләт ярҙамы» йүнәлеше буйынса «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты еңеүселәре. 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса улар – 135 кеше. Йәштәр республика һәм бөтә Рәсәй конкурстары, олимпиадалары, ярыштарында ғына түгел, сит илдәрҙә лә Башҡортостан данын күтәргән. Әммә тантаналы сараға барыһы ла килә алманы.

Дипломдарға ҡушып, РФ Президенты премиялары ла тапшырыла. 21 кеше бөгөн – 60 мең һум, 114 кеше 30 мең һум күләмендә премия алды.

— Мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы РФ Президенты премияһы менән бүләкләү тантанаһы илдә 2006 йылдан башлап үткәрелә, — тине БР Мәғариф министры Әлфис Ғаязов, йәштәрҙе ҡотлап. – Был йылдар эсендә премияға Башҡортостандан 750 һәләтле бала лайыҡ булды. Бөгөнгө сара һеҙҙең тормошоғоҙҙа мөһим ваҡиға булып тора. Һеҙ – Башҡортостандың киләсәге һәм өмөтө.

Әйткәндәй, сараға егет һәм ҡыҙҙарҙың уҡытыусылары ла килде.

— Ҡәҙерле коллегалар, хәҙер һеҙгә шулай тип өндәшергә лә була, — тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Комитет рәйесе урынбаҫары Эльвира Юнысова, йәштәргә мөрәжәғәт итеп. – Тормошоғоҙҙағы был матур ваҡиға менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Был еңеүҙе һеҙҙең ижади, фәнни эшмәкәрлектә беренсе баҫҡыс тип атарға була. Бының нигеҙендә, әлбиттә, оло хеҙмәт ята. Афарин, ошо юлығыҙҙан тайпылмағыҙ!

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин, йәштәргә наградалар тапшырып, өлгәшелгәндә туҡтап ҡалмаҫҡа, башҡа төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға саҡырҙы. Шул уҡ ваҡытта ярҙам иткән кешеләргә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә онотмаҫҡа кәрәк, тип белдерҙе ул.

Наградланыусылар араһында БР Мәғариф министрлығының Республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәте үҙәгендә белем алыусы Елизавета Чувашова ла булды. Ул сигеү, боронғо әйберҙәрҙе реставрациялау, шулай уҡ фото төшөрөү менән шөғөлләнә.

— Миңә һәр саҡ ижади эш менән шөғөлләнеү оҡшаны. Иҫке әйберҙәргә яңы һулыш бирергә яратам, — тине Елизавета. Киләсәктә ул уҡытыусыһы кеүек үк балалар менән эшләргә теләй.

Шулай уҡ РФ Президенты премияһын алыусылар араһында Өфө авиация техникумын тамамлаусы, әле ӨДАТУ студенты Дмитрий Князев та бар. Ул – Чебоксар ҡалаһында үткән «машиналар эшләү технологияһы» йүнәлеше буйынса бөтә Рәсәй йәш белгестәр олимпиадаһы призеры.

— Еңеүгә өлгәшеү өсөн һәләттән тыш ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ та кәрәк, — тип иҫәпләй Дмитрийҙың уҡытыусыһы, авиация техникумында махсус предметтар буйынса белем биреүсе Тамара Шустер. – Дөйөм алғанда беҙҙең студенттарҙың белем кимәле юғары, улар – күп һанлы бөтә Рәсәй һәм республика олимпиадаларында еңеүселәр һәм призерҙар. Ә иң мөһиме, уларға хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур, барыһы ла тиерлек үҙ һөнәре буйынса эшләй.

Шаран ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Валерий Шәмиғоловҡа ла бөгөн диплом тапшырылды. Ул – Иркутсҡ ҡалаһында үткән тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса мәктәп уҡыусыларының бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры.

— Бындай кимәлдәге бәйгелә тәүгә ҡатнаштым. Республикала өсөнсө урын яулап, бөтә Рәсәй олимпиадаһына юлландым. Уҡытыусым – Ғәлиев Рөстәм Фәһим улына рәхмәтлемен, тап ул миңә был предмет менән төптәнерәк шөғөлләнергә кәңәш итте. Шулай уҡ әхлаҡи ярҙам күрһәткәндәре өсөн атай-әсәйемә лә рәхмәт әйткем килә, — тине Валерий Шәмиғолов.