11 декабрь, Йәкшәмбе

16 февраль 2012 йыл, 16:47

Иглин районы имамдары толерантлыҡ буйынса аңлатыу эштәре алып барасаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Кисә Иглин ауылының «Әмир» мәсетендә Иглин районы имамдарының Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Өфө ҡалаһы, Иглин һәм Нуриман районы имам-ахуны Вәсил Тимерғәлиев менән осрашыуы үтте.

Аҡбирҙе ауылының «Мөнирә» мәсете имам-хатибы Рөстәм Ҡорбановтың хәбәр итеүенсә, осрашыу барышында имам-ахун Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты етәкселегенең наказын еткергән: барлыҡ мосолман мәхәлләләрен дә Юстиция министрлығында теркәргә, артабан проблемаларға юлыҡмаҫ өсөн, бөтә документацияны яңы талаптарға ярашлы тәртипкә килтерергә.  

— Беҙ, БР мосолмандары Диниә назаратынан һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратынан район имамдары, ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн айына бер тапҡыр йыйыласаҡбыҙ,  — тип хәбәр итте Рөстәм хәҙрәт. – Был йыйылыштарға  муниципаль хакимиәт, көс структуралары, Рәсәй православие сиркәүе вәкилдәрен саҡырып, уртаҡ проблемаларҙы хәл итәсәкбеҙ.

Бынан тыш, уның әйтеүенсә, имамдар урындарҙа башҡа төрлө дин һәм милләт вәкилдәренә ҡарата түҙемле, толерантлы ҡараш буйынса халыҡ араһында ағартыу эштәре алып барыу, дини нигеҙҙә агрессия күренештәрен булдырмау тураһында ла һөйләшеп килеште.

темалар: дин,мәғариф