6 декабрь, Шишәмбе

16 февраль 2012 йыл, 16:09

Рәшиҙә Солтанова: «Власҡа кем килеүенә кешеләр битараф түгел»

автор: Марина Шумилова

БР Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Солтанова Владимир Путиндың ышаныслы вәкиле булараҡ эшселәр, эшҡыуарҙар, табиптар, уҡытыусылар, сауҙа өлкәһе вәкилдәре, студенттар менән туғыҙ осрашыу үткәрҙе.

— Осрашыуҙар йәнле үтә, кешеләр бик күп һорауҙар бирә, — тине «Башинформ» агентлығына Рәшиҙә Солтанова. – Йәштәрҙең һайлау менән ҡыҙыҡһыныуҙары ҡыуандыра. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы, Өфө дәүләт сәнғәт академияһындағы, сауҙа-иҡтисад колледжындағы осрашыуҙар йәштәрҙең власҡа кем килеүенә битараф булмауын күрһәтте.  

Рәшиҙә Солтанова йәштәрҙең волонтерҙар хәрәкәтендә ҡатнашыуға, быға мохтаж булғандарға ярҙам итеүгә әҙерлеген билдәләй.

— Өфө күн-галантерея фабрикаһында миңә һөйләүҙәренсә, бында һис ҡасан булмағанса декрет ялында булған йәки ялға китергә йыйынған ҡатын-ҡыҙҙар күп, — тип дауам итте ул. – Был — ғаилә, әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ил һәм дәүләт власы сәйәсәтенең һөҙөмтәһе. Ҡатындар ҙа быны ҡеүәтләй: «Балалар табырға кәрәк!».

Айырыуса кешеләргә Владимир Путиндың социаль сәйәсәткә йүнәлтелгән программалы мәҡәләһе оҡшаған. Рәшиҙә Солтанованың билдәләүенсә, аныҡлауҙар, асыҡлыҡ индереүҙәрҙе һорайҙар.

Киләһе аҙнала Рәшиҙә Солтанова Башҡортостан халҡы менән райондарҙа осрашыуҙарын дауам итәсәк.