7 декабрь, Шаршамбы

16 февраль 2012 йыл, 15:38

2012 йылда Башҡортостанда 14,5 млн тонна нефть сығарыу планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева

Быйыл Башҡортостанда 14,5 млн тонна нефть һәм 424 млн кубометр газ сығарыу планлаштырыла. 2011 йылда был күрһәткес 14,4 млн тоннаға һәм 494 млн кубометрға тиң ине.

— Нефть сығарыу буйынса яңы алымдарҙы уңышлы ҡулланыу арҡаһында һуңғы йылдарҙа республикалағы ятҡылыҡтарҙан нефть сығарыу кимәлен тотороҡландырыуға өлгәштек. Хатта нефть сығарыуҙа бер аҙ үҫеш тә күҙәтелә – йыл һайын бер миллион тонна самаһы «ҡара алтын», — тип хәбәр итте бөгөн  «Башинформ» агентлығында үткән 2011 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау буйынса матбуғат конференцияһында Башҡортостан буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы начальнигы Расих Хәмитов.

Уның әйтеүенсә, былтыр республика биләмәһендә нефть һәм газ сығарыу менән ете ойошма шөғөлләнгән. Шул уҡ ваҡытта сығарылған сеймалдың төп өлөшө «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә тура килә — 14,3 млн тонна.

Башҡортостан территорияһында әлеге мәлдә йәмғеһе 202 ятҡылыҡ иҫәпләнә, шуларҙың 163-ө эшкәртелә.