3 декабрь, Шәмбе

16 февраль 2012 йыл, 15:20

Өфө уҡыусыһы Мәскәүгә поляк балына барасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң А.П.Пенькевич исемендәге милли йәкшәмбе мәктәбе уҡыусыһы Мария Некрасова «Король Матиуш донъяһы» конкурсы лауреаты булды. Ул Мәскәүгә поляк балына барасаҡ, унда наградлау тантанаһы үткәреләсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге етәксеһе Марина Садыҡова-Лисовская хәбәр итте.

«Король Матиуш донъяһы» балалар һәм үҫмерҙәр һынлы сәнғәт конкурсы Рәсәйҙәге Польша Республикаһы Илселегенең консуллыҡ бүлеге тарафынан 2012 йылда Польшала иғлан ителгән Януш Корчак йылы сиктәрендә ойошторолғайны. Януш Корчак – Польшаның билдәле педагогы, табип, публицист. Быйыл уның яҡты донъя менән хушлашыуына 70 йыл тула.

«Король Матиуш донъяһы» конкурсында Мәскәү, Ҡазан, Омск, Томск, Владивосток һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан поляк йәкшәмбе мәктәптәренән һәм милли-мәҙәни үҙәктәренән балалар ҡатнашты. Өфө исеменән, Мария Некрасованан тыш, Анастасия Брайцара һәм Аделина Маглиева лайыҡлы сығыш яһаны.