Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Ишембайҙың 20 һайлау округында ҡала Советы депутаттары һайланасаҡ

Сәйәсәт

4 мартта Ишембай халҡы 20 һайлау округында Рәсәй Президентынан тыш ҡала Советы депутаттарын да һайлаясаҡ. Ҡала Советына депутатлыҡҡа 51 кандидат дәғүә итә, уларҙан 20 кеше — «Берҙәм Рәсәй»ҙән, 12 кеше – КПРФ-тан, 2 кеше – ЛДПР-ҙан һәм 17 кеше үҙ-үҙен тәҡдим итте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ринат Шәймөхәмәтов.

Ишембайҙа 39 һайлау участкаһында 51 мең кешенең килеүе көтөлә, уларҙан 130 кеше тәүгә тауыш бирәсәк.

— Беҙҙең ҡалала әүҙем агитация алып барыла, һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрелә, — тип һөйләне Ринат Шәймөхәмәтов. – Тауыш биреү өсөн бүлмәләр әҙерләнә, веб-камералар урынлаштырылды һәм тикшерелде.

Һайлау көнөндә тауыш биреү урындарында йәрминкәләр, туҡланыу пункттары ойоштороласаҡ. Әле ижади коллективтар менән концерттар үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть