8 декабрь, Кесе йома

16 февраль 2012 йыл, 14:16

Дим биҫтәһенә яңы күпер 2013 йылда асыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева

— Әлеге ваҡытта юл үткәргесе төҙөлөшө ҡыҙыу бара, — тип белдерҙе баш ҡала мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Дмитрюк. — Юл үткәргесе Дим биҫтәһенең перспективалы үҫешенә булышлыҡ итәсәк. 2013 йылға был участкалағы эштәр тамамланасаҡ, тип планлаштырыла.

Бынан тыш, «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» адреслы программаһының финанслауы арҡаһында Өфөлә 537 йорт һәм уларҙың 144 подъезы ремонтланған. Былтыр ҡала урамдарын капиталь ремонтлауға айырым иғтибар бирелгән. Дөйөм майҙаны 493 мең квадрат метрлыҡ 25 урам яңыртылған. 253 мең квадрат метрҙа соҡорҙар ямалған. Зәки Вәлиди, Пушкин, Цюрупа, Р.Зорге, СССР-ҙың 50 йыллығы, Сипайловская, Киров, Карл Маркс, Пархоменко, Обская, Плеханов бульвары һәм  Рәсәй урамдарындағы машина юлдары киңәйтелгән. Ремонтлағанда заманса материалдар файҙаланылған, шул иҫәптән Сипайловоға төшкән урында һәм Зәки Вәлиди урамында ваҡ таш менән мастика ҡушылған асфальт һалынған. Әлеге мәлдә белгестәр япмаларҙың төрлө температураларҙа үҙен нисек күрһәтеүен тикшерә. Әгәр һөҙөмтәләр уңышлы тип табылһа, бөтә ерҙә лә ошондай асфальт файҙаланыласаҡ.

Былтыр ҡала һәм республика бюджеттарынан Октябрь һәм Ленин райондарындағы шәхси секторҙа тышҡы яҡтыртыу ҡорамалдарын реконструкциялауға 30 миллион һум бүленгән. 2012 йылда был эштәр дауам ителәсәк, уның дауамында 77 миллион һум үҙләштереү планлаштырыла.