3 декабрь, Шәмбе

16 февраль 2012 йыл, 13:37

Эрнст Исаев аграр дәүләт унитар предприятиеларының эшмәкәрлеген баһаланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Мин дәүләт унитар предприятиеларҙы үҙ эшебеҙҙә таянырға тейешле агросәнәғәт комплексының ҡеүәтле бүлексәләре тип баһалайым,  — тине БР Хөкүмәте вице-премьеры – БР ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев, дәүләт унитар предприятиеларҙың 2011 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап.

Кисә Ауыл хужалығы министрлығында дәүләт унитар предприятиеларҙың, акционерҙар йәмғиәттәренең етәкселәре, министрлыҡ белгестәре менән кәңәшмә үтте.

Аграр активтың осрашыуында дәүләт унитар предприятиелар үҫешенең бихисап мәсьәләләре ҡаралды. Бөгөн Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында ошондай 20 предприятие иҫәпләнә.

Предприятиелар менеджментында проблемалар аҙ түгел, шуға күрә Эрнст Исаев стратегик планлаштырыуға өйрәнергә, ДУП-тар менән һөҙөмтәле идара итеү өсөн финанс менеджментын индерергә саҡырҙы. Кәңәшмәлә ДУП-тарҙың идара итеү эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса бихисап тәҡдимдәр яңғыраны, бының өсөн артабан бер нисә аныҡ сара ҡабул ителәсәк.

Дәүләт унитар предприятиелар үҫешенең мөмкинлектәре тураһында асыҡ диалог килеп сыҡты. Фекер алышыуҙа ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов, «Алексеевка» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры  Евгений Майстренко, «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Әнүәр Абдрафиҡов, «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Илдар Әмирханов әүҙем ҡатнашты. Улар үҙҙәре етәкселек иткән предприятиеларҙың киләсәген нисек күреүҙәре тураһында һөйләне.

Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Эрнст Исаев аныҡ бурыстар ҡуйҙы, һәр дәүләт унитар предприятиеһы буйынса киләсәккә тәҡдимдәр индерҙе, берлектә етди эшләргә саҡырҙы, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.