10 декабрь, Шәмбе

16 февраль 2012 йыл, 13:38

Журналистарға киң мәғлүмәт сараларында тәмәке тартыуҙың зыянын пропагандалау өсөн аҡса түләнәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында әүҙем яҙышҡан журналистар финанс ярҙам аласаҡ. Бындай материалдарҙы әҙерләргә ярҙам итеү маҡсатында «Һаулыҡ һәм үҫеш» фонды һәм Рәсәйҙең тәмәкегә ҡаршы коалицияһы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә стипендия бүлергә әҙер.

Стипендия алыусылар конкурс һөҙөмтәләре буйынса билдәләнәсәк. Республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы журналистарҙы бәйгелә ҡатнашыу өсөн заявкалар ебәрергә саҡыра.

Дәғүә итеүселәргә бер нисә йүнәлештә проекттар ебәреү тәҡдим ителә. Улар иҫәбендә — документаль фильм, телетапшырыу, төбәк киң мәғлүмәт сараларындағы проект, федераль киң мәғлүмәт сараларындағы проект, интернет-баҫмалағы проект, радиолағы проект һәм журналист тикшереүе.

Заявкалар konkurs.tabak@gmail.com адресы буйынса 2012 йылдың 15 мартына тиклем ҡабул ителә.

Еңеүселәр ағымдағы йылдың 20 мартынан да ҡалмай билдәләнәсәк.