9 декабрь, Йома

16 февраль 2012 йыл, 12:55

2012 йылдың 1 ғинуарына мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда һайлаусылар һаны – 3 039 061 кеше

автор: Марина Шумилова

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Рәсәйҙә һайлаусылар һаны буйынса мәғлүмәттәр баҫтырҙы.

Рәсәй Федерацияһында һайлаусылар һаны 2012 йылдың 1 ғинуарына 109 947 323 кеше тәшкил итә, илдән ситтә — 1 794 454 һайлаусы, Байконур ҡалаһында 14 912 һайлаусы бар.

Башҡортостанда һайлаусылар һаны – 3 039 061 кеше. Рәсәйҙең ете төбәгендә генә һайлаусылар һаны өс миллиондан аша. Улар – Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Башҡортостан Республикаһы һәм Мәскәү, Свердлов, Ростов өлкәләре.

темалар: һайлауҙар