6 декабрь, Шишәмбе

16 февраль 2012 йыл, 12:21

Өфөлә ямғыр һыуҙары канализацияһын төҙөүгә 100 миллион һум бүленәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Дим биҫтәһенең 8-се һәм 9-сы микрорайондарында ямғыр һыуы канализацияһы төҙөлә башлаясаҡ. Бығаса ҡала урамдарынан ямғыр һыуҙары ер аҫты йылғаларына ағып төшә торғайны. Канализацияны файҙаланыуға тапшырғандан һуң ямғыр һыуҙары таҙартыу ҡоролмаларына йүнәлтеләсәк, таҙартылған һуң йылғаға ағыҙыласаҡ. Был турала ҡала мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк хәбәр итте.

Бынан тыш, хәҙер таҙартылмаған һыуҙы Ағиҙелгә ағыҙыу туҡтатылған. Быға «Өфө ҡалаһының канализацияһы (киңәйтеү һәм реконструкция, 3-сө сираты)» проектын ғәмәлгә ашырыу һәм былтыр апрелдә 3-сө биологик таҙартыу блогын сафҡа индереү булышлыҡ иткән. Ҡаланың таҙартыу ҡоролмаларында ағып төшкән һыуҙы тәрән эшкәртеү алымдары индерелгән. Быйыл апрелдә ультрафиолет нурҙары ярҙамында дезинфекциялау бинаһын сафҡа индереү планлаштырыла. Ямғыр һыуҙары канализацияһын төҙөүгә 100 миллион һум күләмендә аҡса бүленәсәк.