9 декабрь, Йома

16 февраль 2012 йыл, 12:18

Башҡортостандағы бәләкәй ҡалаларҙың проблемалары оҙайлы сроклы маҡсатлы программа сиктәрендә хәл ителәсәк

автор: Любовь Колоколова

Төбәктә «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй ҡалаларын үҫтереү» оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһын әҙерләү, бәләкәй ҡалаларҙың инвестицион паспортын һәм инвестицион майҙансыҡтар реестрын булдырыу мәсьәләләре өлгөрөп етте. Был хаҡта 15 февралдә Яңауылда Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының күсмә ултырышында хәбәр ителде, унда бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов үҙенең сығышында билдәләүенсә, был ике оҡшаш тема республиканың 250 меңгә яҡын кеше йәшәгән туғыҙ бәләкәй ҡалаһына ҡағыла. Уларҙың именлеге монопроизводство һәм баҙар конъюнктураһы торошона бәйле. Моноҡалаларҙа етештереүҙе төрләндереү менән шөғөлләнергә, сәнәғәтте һәм бәләкәй бизнесты үҫтерергә кәрәк. Бында эш урындары етмәү һәм эш хаҡының түбән булыу сәбәпле кешеләр күпләп ҙур ҡалаларға сығып китә. Шуға күрә бәләкәй ҡалаларҙа бюджетты тулыландырыу проблемаһы барлыҡҡа килә лә инде, бындай ҡалалар, нигеҙҙә, республика ҡаҙнаһынан ярҙам көтә.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың төбәктең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә бәләкәй ҡалаларҙы үҙҙәренең килем сығанаҡтары менән тәьмин итеү өҫтөндә етди уйларға кәрәклеге хаҡында әйтелә. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү, аутсорсинг индереү һәм яңы производстволар булдырыу был проблеманы хәл итергә ярҙам итәсәк. Федераль үҙәк менән тәҡдим ителгән муниципаль реформа шулай уҡ һалымдарҙан килгән аҡсаның бер өлөшөн муниципалитеттарға бүлеп биреүҙе күҙ уңында тота. Һәм республикала был йүнәлештә күп нәмә эшләнә.

Кәңәшмәлә доклад менән төбәктең иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин сығыш яһаны. Үҙенең сығышында ул бәләкәй ҡалаларҙың үҫешен тотҡарлаған проблемаларҙы билдәләне. Уларҙы хәл итеүҙә, Евгений Маврин фекеренсә, тормоштоң бөтә өлкәләрен дә тотороҡло үҫтереү өсөн шарттар булдырыу ярҙам итәсәк. Бәләкәй ҡалаларға инвестициялар йәлеп итеү өсөн өҫтөнлөктәрҙе билдәләргә кәрәк.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов сығыш яһаны. Ул Яңауылдың төп проблемалары хаҡында һөйләне.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев бәләкәй ҡалаларҙа бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү механизмдары һәм мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыуға биш йыл эсендә дәүләттән ике миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк закондар ҡабул ителә. Эшҡыуарлыҡ буйынса омбудсмен институтын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Руслан Кинйәкәев шулай уҡ бәләкәй ҡалаларҙы финанстар менән тәьмин итеү өсөн туризмды үҫтереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның фекеренсә, һәр ҡаланың үҙенең матур бер бренды булырға тейеш.

Бюджет-ара мәнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу тураһында БР финанс министры Рузалия Хисмәтуллина һөйләне. Сарала ҡатнашыусылрҙың иғтибарын ул айырыуса мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәле ҡулланылмаған аҡсалар күләменә, шулай уҡ ҡайһы бер бәләкәй ҡалаларҙа түләнмәгән һалымдарҙың артыуына йүнәлтте.

Күсмә ултырыш Башҡортостандағы бәләкәй ҡалаларҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итеү юлдарын билдәләгән тейешле ҡарар ҡабул итеү менән тамамланды.