5 декабрь, Дүшәмбе

16 февраль 2012 йыл, 11:22

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында интернет-сервистар эшләй

автор: Марина Шумилова

15 февралдән 4 мартта тауыш биреү тамамланғанға тиклем Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында ҡайтанан «Һайлау участкаңды тап» һәм «Һайлаусылар исемлегендә үҙеңде тап» тип аталған интернет-сервистар эшләй.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтына мөрәжәғәт иткән һәр кеше үҙенең һайлау участкаһы, шул иҫәптән участка һайлау комиссияһы һәм/йәки тауыш биреү өсөн бинаның адресы тураһында мәғлүмәт ала, шулай уҡ ошо участканың һайлаусылар исемлегенә индерелеүен тикшерә аласаҡ. Бының өсөн сайттың баш битендә түбәндәге интернет-сервистар ойошторолған: «Һайлау участкаңды тап» (online режимда йәшәү урынының адресын индергәндән һуң һайлау участкаһы тураһында мәғлүмәт бирелә) һәм «Һайлаусылар исемлегендә үҙеңде тап» (шәхси кабинетта теркәлеп, исем-шәрифеңде, тыуған йылыңды һәм йәшәгән урыныңдың адресын индергәндән һуң тейешле һайлау участкаһындағы һайлаусылар исемлегенә индерелеү тураһында мәғлүмәт бирелә).

Тәүге тапҡыр был интернет-сервистар алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау кампанияһы осоронда ойошторолғайны. РФ Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сервис хеҙмәттәренән 350 меңгә яҡын кеше файҙаланған, шул иҫәптән тауыш биреү көнөндә – 135 мең.

темалар: һайлау