11 декабрь, Йәкшәмбе

16 февраль 2012 йыл, 10:36

Әбйәлил районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары торлаҡ сертификаттары алды

автор: Марина Шумилова

Әбйәлил районы хакимиәтенең ултырыштар залында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте. Уларҙы балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән килгән сал сәсле 28 ханым алды.  

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов республиканың һәм илдең үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәтен белдерҙе. Улар барыһы ла лайыҡлы тормош юлы үткән, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләгән һәм ауылдаштарының ихтирамына лайыҡ булған. Бәхетле сертификат эйәләре ярҙамдан ташламағандары өсөн район һәм республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе.  

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылда Әбйәлил районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары – 54 кеше торлаҡҡа сертификат алған. Әле райондағы йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙҙың торлаҡ сертификаты алыуға әҙерләнгән документтары  БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында тикшерелә.