6 декабрь, Шишәмбе

16 февраль 2012 йыл, 9:45

Башҡортостанда «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» фестивале башланды

автор: Эльмира Сабирова

IV «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары фестивале шаршамбы, 15 февралдә Бәләбәйҙә асылды.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул өс йылға бер үткәрелә. Фестивалдә, театр коллективтарынан тыш, «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемен йөрөткән үҙешмәкәр художестволы коллективтар ҡатнаша. Улар ҙур булмаған концерт программаһын тәҡдим итә. Уларҙың сығыштарын аттестация комиссияһы баһалай.

Коллективҡа баһа биргәндә яңы постановкаларҙың булыуы, башҡарыу кимәле, сәхнә мәҙәниәте, музыка сифаты, костюмдар һәм коллективтың ижади эшмәкәрлегенең тотороҡлоғо иҫәпкә алына, тип асыҡланылар БР Мәҙәниәт министрлығынан.

Өҫтәп китәйек, һәүәҫкәр үҙешмәкәрлек ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ коллективтарының художестволы кимәлен арттырыу, күп милләтле Башҡортостандың халыҡ ижадының, этник мәҙәниәтенең барлыҡ жанрҙарын үҫтереү фестивалдең төп маҡсаттары булып тора.

Мәҙәни сара 2012 йылдың ноябрендә тамамланасаҡ. «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары фестиваленең гала-концертын 22 ноябрҙә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үткәреү планлаштырыла.

Сараны ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре сығыш яһай.