Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөгә «Форум - Спорт державаһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан делегация килә

Йәмғиәт

16 февралдә Башҡортостанға эш визиты менән «Форум — Спорт державаһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән Ҡышҡы спорт төрҙәре, туризм һәм әүҙем ял буйынса халыҡ-ара конгресс делегацияһы килә.

Делегацияның эш визиты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә быйыл 25 майҙан 28-енә тиклем Өфөләге «Өфө-Арена» спорт аренаһы биләмәһендә үткәреү планлаштырылған Ҡышҡы спорт төрҙәре, туризм һәм әүҙем ял буйынса халыҡ-ара конгресҡа әҙерлек мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтәсәк.

Кәңәшмәлә был сараны ойоштороу һәм финанс мәсьәләләре тикшереләсәк, шул иҫәптән конгресты үткәреү ваҡыты, уның эшлекле, экскурсион һәм мәҙәни-күңел асыу программалары аныҡланасаҡ.  

Делегация ағзалары Башҡортостандың «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы, «Аҡ йорт» һәм «Олимпик-Парк» тау саңғыһы үҙәктәре, «Трамплин» һәм «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплекстары кеүек спорт һәм туристик объекттары менән танышасаҡ.

17 февралдә ҡунаҡтар Абҙаҡ ауылындағы тау саңғыһы комплексына юлланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть