4 декабрь, Йәкшәмбе

15 февраль 2012 йыл, 15:48

Башҡортостандан өс вәкил Мәскәүгә алкоголгә ҡаршы конгресҡа барасаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостандан өс вәкил «Дөйөм эш» алкоголгә ҡаршы йәмәғәт хәрәкәте Конгресында ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә барасаҡ. Сара Ғайса бәйғәмбәр ғибәҙәтханаһында 16-17 февралдә үтәсәк. Унда Рәсәйҙең билдәле йәмәғәт һәм дин эшмәкәрҙәре, дәүләт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ. Беҙҙең республика исеменән төбәктең «Айыҡ Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Роберт Дәүләтшин һәм БР буйынса Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш берләшмәһе рәйесе Вадим Мөфәрәхов барасаҡ. Төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан да бер вәкил буласаҡ.

16 февралдә Дәүләттең алкоголгә ҡаршы сәйәсәтенең беренсе сираттағы саралары программаһын тикшереү ойоштороласаҡ, уның барышында Программаны камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереләсәк. Сараның икенсе көнөндә секциялар буйынса эш дауам итәсәк.

«Башинформ» агентлығына «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәте вәкилдәре хәбәр итеүенсә, беҙҙең республика делегаттары «Айыҡ ауыл» конкурсы тураһында доклад әҙерләгән.