4 декабрь, Йәкшәмбе

15 февраль 2012 йыл, 14:32

Саҡмағошта өлкән синыф уҡыусылары президент һайлауҙарын ойошторҙо

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Саҡмағош ауылының балалар китапханаһында гимназияның 10 класс уҡыусылары өсөн «Мин – буласаҡ президент» тип аталған ток-шоу үткәрелде. Сара буласаҡ һайлаусыларҙа гражданлыҡ бурысын үтәүҙә яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Саҡмағош районының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Светлана Шакирова уҡыусыларға мартта үтәсәк Президент һайлауҙары тураһында, шулай уҡ илдең ысын лидеры булырҙай кешегә ниндәй сифаттар хас булырға тейешлеге хаҡында һөйләне.

Ток-шоу уйын формаһында үтте, унда уҡыусылар президент һайлауҙары тураһында белемен камиллаштырҙы, шулай уҡ үҙҙәре президентлыҡҡа кандидат ролендә булып ҡараны. Президентлыҡҡа кандидат итеп 10 «Б» класы уҡыусылары Алмаз Шафиҡов һәм Булат Бәҙретдинов тәҡдим ителде. Улар «һайлаусылар» алдында үҙҙәренең һайлау алды программаһы менән сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе. Бынан һуң тауыш биреү ойошторолдо. Һөҙөмтәлә Алмаз Шафиҡов еңеүсе булды.

Осрашыу сиктәрендә «Рәсәй Президенты» күргәҙмәһе ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусыларға китапхананың хоҡуҡи мәғлүмәт бүлеге менән әҙерләнгән «Һайлауҙар. Старт бирелде» буклеттары таратылды.