4 декабрь, Йәкшәмбе

15 февраль 2012 йыл, 14:04

Башҡортостанда һәләтле йәштәр тәбрикләнәсәк

автор: Эльмира Сабирова

«Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты еңеүселәренә һәм призерҙарына дипломдар тапшырыу тантанаһы йома, 17 февралдә, Өфөнөң Конгресс-холында үтәсәк.

Ижтимағи тормошта, фән, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрендә уңыштарға өлгәшеүсе мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы Рәсәй Президенты премияһы менән бүләкләү илдә 2006 йылдың декабренән башлап үткәрелә. Был йылдар эсендә премияға Башҡортостандан 600-ҙән ашыу һәләтле бала лайыҡ булды.

Улар араһында – олимпиадаларҙа, профессиональ һәм ижади бәйгеләрҙә еңеүселәр, абруйлы спорт ярыштары призерҙары.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл премиялар 14-25 йәштәге 135 һәләтле йәш кешегә тапшырыласаҡ.

Рәсәйҙә перспективалы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларҙың һәләтен артабан үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектының төп маҡсаттары булып тора.