8 декабрь, Кесе йома

15 февраль 2012 йыл, 12:57

Өфөлә быйыл 47 күп фатирлы йорт ремонтланасаҡ

автор: Розалия Вәлиева

— 2012 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды ҡатнашлығында 47 күп фатирлы йортта ремонт үткәреү планлаштырылған, шул иҫәптән күп фатирлы 42 йортта комплекслы ремонт үткәреләсәк, – тип хәбәр итте мэрияла үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк.

Былтыр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән 194 миллион һум бүленгән булған. Был эштәр шулай уҡ йорт хужалары һәм ҡала бюджетынан бүленгән средстволар иҫәбенә башҡарылған. Ошо аҡсаға 39 күп фатирлы йорт ремонтланған, шул иҫәптән 11,5 мең өфөлө йәшәгән дөйөм майҙаны 272 мең квадрат метрлыҡ 11 йортта комплекслы ремонт үткәрелгән.  

Өфөләге торлаҡ фонды менән 900-ҙән ашыу торлаҡ милекселәре ширҡәттәре һәм 40 идарасы компания идара итә. Ҡалалағы йорттарҙың 90 проценттан ашыуы — иң ҙур һигеҙ идарасы ҡарамағында.