3 декабрь, Шәмбе

15 февраль 2012 йыл, 12:45

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында 2012 йылдың һайлау кампаниялары осоронда финанс эшмәкәрлек мәсьәләләре тикшерелде

автор: Мәүлиҙә Яҡупова, Марина Шумилова

Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһында Башҡортостан Республикаһында 2012 йылдың һайлау кампаниялары осоронда территориаль һайлау комиссияларының финанс эшмәкәрлегендә планлаштырыу, иҫәпләү һәм отчет биреү мәсьәләләренә ҡағылышлы кәңәшмә үтте. Уны БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Алтынова республикала Рәсәй Президентын һайлау буйынса һайлау кампанияһын финанслау тураһында мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. БР Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова үҙенең сығышында һайлау көнөн үткәреүгә бәйле мәсьәләләргә ҡағылды. Кәңәшмә аҙағында Комиссия ағзалары сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Шул уҡ көндә республиканың территориаль һайлау комиссиялары бухгалтерҙарын уҡытыу ойошторолдо. Финанс бүлек мөдире — БР Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының баш бухгалтеры Галина Тиунова һайлау комиссияларына 2012 йылдың 4 мартында үтәсәк сараларҙы үткәреүгә федераль бюджеттан бүленгән аҡсаларҙы ҡабул итеү һәм ҡулланыу тураһында отчет төҙөү тәртибе хаҡында һөйләне.

темалар: һайлауҙар